Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында 700-ҙән ашыу кеше йәшәй, ике йөҙгә яҡын торлаҡ йорт иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла төҙөк, күркәм. Өйҙәрҙең ҡыйыҡтары алмаштырылған, ҡапҡа, баҡса ҡоймалары яңыртылған. Һуңғы йылда ғына 14 йорт, яңы биҫтә хасил булып , Олоғор һәм Ҡадиров урамдары барлыҡҡа килгән. Әбделмәмбәт ауылы күп һанлы республика бәйгеләре лауреаты. “Алтын бишек ” бәйгеһендә “Күркәм ауыл” номинацияһында -икенсе урынға лайыҡ булһалар, “Өлгөлө ғаилә”, “Алтын ҡуллы оҫта” номинацияларында уларға етеүсе булманы.
Hide player controls
Hide resume playing