Оло Баҙраҡ ауылы тигән төшөнсә төйәгендә тыуып, тамыр нығытҡан кешеләр өсөн үтә лә ҡәҙерле. Ауылда матур йорттар ҡалҡып сыға, кешеләр зауыҡлы итеп донъя көтөргә тырыша. Ил эсендә - дан, ил тышында һан алған кешеләре менән ғорурлана был төбәк халҡы. Иң мөһиме - бында әҙәп көслө, рух ҡаҡшамаған. Бөгөн “Тормош проекты ” – бай тарихлы, хозур тәбиғәтле Борай районы Оло Баҙраҡ ауылында.
Hide player controls
Hide resume playing