“Туған тел“ — Б. Бикбай һүҙ., А.Йәғәфәров муз. Для этой песни есть минус: БАЯЗИТ БИКБАЙ ТУҒАН ТЕЛ Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән… Тел – тере шишмә – үлмәгән, Бөгөнгә еткән ! Шул тел менән тыуҙым, үҫтем, Торам бөгөн дә. Аңлай мине ғәзиз халҡым Туған телендә. Минең телем – тыуған ерем, Әсәм тауышы, Халҡымдың бай хазинаһы, Таҙа намыҫы ! Ерҙә халыҡ йәшәй икән, – Теле лә йәшәй! Телен асҡанда, һәр бала Әйтәсәк: «Әсәй!». Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен Халҡымдың телен, Ә кем уны һаңға һуҡмай, Хурлай тик үҙен!..
Hide player controls
Hide resume playing