Студия ҡунағы – филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр Үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Ҡулланмалы лингвистика һәм диалектология бүлеге мөдире Зиннур Әмир улы Сиразитдинов. «Хәбәрсе яҙмаларында» - Бөрйән районында үткән «Ижади майҙан» күсмә комплекслы сараһынан сюжет. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелгән сара Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан уҙғарылды. Сара барышындағы семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре комплексы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы асҡан мөмкинлектәрҙе, урындағы һәләттәрҙе табыу, үҫтереү юлдарын күрһәтәсәк, мәҙәни һәм рухи мираҫ хазиналарын үҫештә файҙаланырға ярҙам итәсәк. «Рухиәт» рубрикаһы геройы – «Шәп башҡорт. Игра в башкира» bashkir_game өҫтәл уйыны проекты авторы Әлфиә Күсәрбәева. Өҫтәл уйынының маҡсаты - башҡорт халҡының тарихына, теленә, мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Hide player controls
Hide resume playing