Шулған ауылы тигән төшөнсә төйәгендә тыуып, тамыр нығытҡан кешеләр өсөн үтә лә ҡәҙерле. Ауылда матур йорттар ҡалҡып сыға, кешеләр зауыҡлы итеп донъя көтөргә тырыша. Ил эсендә - дан, ил тышында һан алған кешеләре менән дә ғорурлана был төбәк халҡы. Иң мөһиме - бында милли әҙәп көслө, рух ҡаҡшамаған.
Hide player controls
Hide resume playing