Эльмира Латыпова Сибай ҡыҙы. Бала саҡтан музыка менән шөғөлләнә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған, йырҙар ижад итә. “Йырҙарымды Гөлнур Ҡарабулатова, Лиана Хәбибуллина, Заһир Хызыров, Алтынай Юнысова, Гузәл Ғәбитова, Эльверт Ғәрәфутдинов һәм башҡалар йырлай. Уҙем дә яңыраҡ сәхнәлә “Синай“ псевдонимы менән сығыштар яһай башланым, беренсе клибым сыҡты. Йырларға, бейергә, тәм-том бешерергә һәм киноға йөрөргә яратам”, – тип яҙған үҙе тураһында. Бәхетле генә бул, әсәйем! Иртәнсәк, таң атҡас, уяна Йылмайып бара ул көҙгөгә... Ҡәҙерләп тарағас сәстәрен, Уята олоһон, кесеһен... Мейестән сығара икмәген, Бешерергә ҡуя билмәнен, Тырышып та эшләй әсәйем – Ҡәҙерен генә мин беләйем... Күңелгә тулған мөхәббәтте Шиғыр юлдарына һалайым... Алланан әсәйемә тиеп Оҙон ғүмер, һаулыҡ һорайым. Әсәйем минең, мәңге йәшә! Һиңә тип, йөрәгем ашҡына, Тағы бар минең бер теләгем: Бәхетле генә бул әсәйем!
Hide player controls
Hide resume playing