Ҡариҙел районы Абдулла ауылында 2023 йылдың 27 декабрендә арабыҙҙан киткән коллегабыҙ, билдәле журналист, Ришат Миндияров исеменә мемориаль таҡтаташ асылды һәм уның яҡты иҫтәлегенә арнап күпергә уның исеме бирелде. Хозур тәбиғәтле, ғорур тауҙар араһында урынлашҡан Абдулла ауылында тыуып үҫкән Ришат Миндияров әйтерхең дә үҙе лә тап шулай булды. Ришат Фәтхинислам улы ғүмере буйы телем халҡым тип янып йәшәгән шәхестәрҙән була. Уның эшләгән изге эштәре, кешеләрҙең хәтерендә оҙаҡ йылдарға һаҡланыр. Абдулла ауылы халҡы билдәле ауылдаштарының исемен мәңгеләштереү өсөн Бәрҙәш йылғаһы аша аҫылмалы күпергә билдәле журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияровтың исемен бирергә тигән ҡарар ҡабул итә. Был әлбиттә осраҡлы түгел. 2006-сы йылдарҙа ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән, Ришат Фәтхинислам улының ике тыуған ағаһы Фәрит Сәитов әйтеүенсә, беренсе күпер тап Ришат Миндияровтың атаһының ҡатнашлығында төҙөлә. Шуға күрә лә, легендар журналист ауылына ҡайтҡан һайын ошо күпергә килергә ярата. Ауылдаштары өсөн янып торған Ришат Миндияров, был күперҙең ауыл халҡы өсөн бик мөһим булыуын һәм уның хәүефһеҙ булырға тейешлеген яҡшы аңлай, сөнкө көн һайын күпер аша балалар мәктәпкә йөрөй. Билдәле тележурналистың яҡты хәтеренә арнап таҡтаташ асыу сараһына барлыҡ ауыл халҡы йыйылды. Ришат Миндияровтың төрлө йылдарҙа бергә эшләгән коллегалары, тыуғандары ла был көндә бергәләшеп уны иҫкә алды. Хәҙер күпер аша үткән һәр кем уны иҫкә алып,уға рәхмәттәр уҡып үтә. Берҙәш йылғаһының ике ярын тоташтырған күпер, хәҙер Ришат Миндияров исемен йөрөтә, һәм уның кеүек үҙ ауылдаштарына хеҙмәт итеүен дауам итәсәк. Ришат Фәтхинислам улының ауыл халҡы өсөн эшләгән изге эштәренең иҫәбе-һаны юҡ. Әммә ауыл урамдарына асфальт түшетеүе үҙәнең дә күптәнге хыялы була. Ришат Миндияровтың улы Юл ситендә ултырған яңғыҙ өй ҡасандыр гөрләп тора, тап ошо өйҙә тыуып үҫкән дә инде легендар журналист Ришат Миндияров. Уның ҡатыны Резида Миндиярова әйтеүенсә, был йортта улар күптән булғаны юҡ, әммә тәүге тапҡырт килеүемде яҡшы хәтерләйем ти ул. Башҡорт дәүләт университетында бер төркөмдә уҡыған ваҡытта бер беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ тип хәтирәләре менән бүлеште Резида Миндиярова. Һуңынын Ришат Фәтхинислам улын 3 йылға хеҙмәткә ебәрәләр.Ул Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүен һәр ваҡыт та яратып, ғорурланып һөйләй . Хеҙмәт итеп ҡайтҡас матур ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер бирәләр. Улы Искәндәр атаһының эшенә тоғро булыуы, эшенә булған һөйөүен үлсәп бөткөһеҙ, ул һәр ваҡытта эш тип янды ти. Утыҙ йылдан ашыу ғүмерен телевиденияға, журналистикаға, үҙенең халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған Ришат Миндияров, үҙенең тыйнаҡлығы, үҙ эшенең профессионалы булыуы, ябайлығы менән дә коллегаларының һәм уны белгән һәр кемдең дә хәтерендә тик яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, әммә изге эштәрҙең һөҙөмтәһе халыҡтың хәтерендә йәшәй. Үҙенең томошон журналистика һөнәре менән бәйләргә теләгән йәш егет, оҙаҡ йылдар үҙ эшенә тоғро ҡалып, халҡына хеҙмәт итеп, янып йәшәй. Уның халыҡҡа хеҙмәт итеүе мәңгелек кеше хәтерендә йәшәр.
Hide player controls
Hide resume playing