Умырзая йыры (Рәми Ғарипов) Диуана мин, диуана, Донъя менән йыуанам. Донъя минең — үҙ өйөм, Донъя моңо — үҙ көйөм. Үҙем нисек теләйем, Ерҙә шулай йәшәйем. Бер кемгә юҡ зыяным, — Мин тик умырзаямын. Һәр терегә һөйөнәм, Тик үлемгә көйөнәм; Ә хәҙергә — ҡыуанам, Диуана мин, диуана!...
Hide player controls
Hide resume playing