“Заһиҙә“ бейеүенең данлыҡлы башҡарыусыһы Рәшиҙә Туйсина әйтеүенсә, Швед газеталарының береһендә ошо бейеү хаҡында былай тиелә: “Был бейеүҙә – тәбиғи сафлыҡ. Шундай сәнғәтте тыуҙырған илде барып күрһәң ине!? Ниндәй ил икән ул!?“ Тап ошо бейеүҙең композицияһы Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле музейына килеүселәрҙе ҡаршы ала. Улар өсөн “Заһиҙә“ бейеүе визит картаһы булып тора. Әйләнмәле быяла эсенә бейеүсе ҡыҙ һыны ҡуйылған, ә уның янында – ҡурайсы егет. “Заһиҙә“ бик күп йылдар буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙының яңғыҙ башҡарыу бейеүе эталоны булып килә. Унда халыҡ бейеүҙәренең тарихи формаһы һәм классик хореография үрелеп килә. __ Отрывок из документального фильмы Амира Абдразакова “Песнь курая“, 1980 год
Hide player controls
Hide resume playing