Нәзирә Юламан Бөрйән ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар ижади өлкәлә хеҙмәт итә, әлеге ваҡытта косметолог-визажист булып эшләй. Шиғырҙарында көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемаларҙы күтәрә, төрлө хәлгә тарыған кешеләрҙең хәленә инеп ҡарай. Йөрәгем урынынан ҡуба Урынынан ҡуба йөрәгем Әсәм минең эсеп ятҡанда. Эйе, эйе, хәрәм эстәренә Үҙе теләп әсәм батҡанда. Дан йәшәне ул ғүмер буйы, Ер тетрәтеп, донъя ҡуптарып. Ҡайҙан көс ала ла, дәрт таба тип, Һоҡландылар күптәр, аптырап. Абруй яулау үҙе оло хеҙмәт Хөрмәт ҡаҙаныу ҙа – ҙур емеш. Тик яуланған үрҙе юғалтыу ҙа Бер миҙгелгә тормаҫ эш имеш. Башҡаларҙың әсәләре илай Балам бата, тиеп, хәмергә. Ә минеке бына – киреһенсә Әсәм үҙе бәхетен емерә. Нисек йолоп алып ҡалырға һуң, Ҡотҡарырға ҡалай әсәмде? Ә бит ярата ине ул был тормошто, Нисек уятырға шул сәмде? Эскелек тә тигән ауыр сирҙән Ғәзиземде нисек йолорға? Эсмәҫ булһа мин көс табыр инем Уның өсөн ҡояш булырға.
Hide player controls
Hide resume playing