Myvideo

Guest

Login

Гульнара Казарбаева - Тш

Uploaded By: Myvideo
10,652 views
0
0 votes
0

Стих собственного сочинения от Гульнары Казарбаевой Автор: Гульнара Казарбаева “Төш“ Бөгөн төштә ҡайтып индем әле Алыҫ бала сағым иленә. Яңы бешкән икмәктең дә тәме Үҙгәрмәгән төҫлө күренә. Шыжлай, буғай, тиҫтә йыл артында Өҫтәлдәге ҡайнар самауыр. Ҡысҡырғандай берәү юл сатында: “Мин аҙаштым, әсәй, ҡарауыл!”. Әй, йүгерәм ят бер урам буйлап Ҡараңғыға сумдым яңғыҙым. Зиһендәрем етмәй уйлап-уйлап Әсә ташлап киткән балаһын... Ни этәрҙе бындай ҡырыҫ эшкә Һалҡын ҡанлы әсә йөрәген? Сабый хаҡы ҡасан бер көрөшкә Шайтан ҡәләменә әйләнде? Ни йөрәгең менән мәхрүм иттең Сабыйыңды «әсәй» һүҙенән? Ниндәй әсә һуң һин, башламағас Һәр иртәңде толом үреүҙән? Уйланмаҫ та инем, ошо һорау Төштә генә беҙҙе борсоһа. Ғаиләләр ҙә күрмәҫ ине ҡырау Үҙ балаһын “кәкүк” ҡурсыһа. Бөгөн төштә ҡайтып килдем әле Алыҫ бала сағым иленә. Әсәйемдең мәтрүшкәле сәйе Саҡырғандай һаман өйөмә. #сибгустуденттв #СИБГУ #sibgustudtv #смотрисибгу

Share with your friends

Link:

Embed:

Video Size:

Custom size:

x

Add to Playlist:

Favorites
My Playlist
Watch Later