Myvideo

Guest

Login

Тансылу Валеевой-70

Uploaded By: Myvideo
6 views
0
0 votes
0

Байым ауылында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Икенсе Этҡол ауыл китапханаһы менән берлектә шағирә, сәсәниә, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй“ әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Таңһылыу Вәлиеваның 70 йәшлек юбилейына арналған ошо исемле ижад кисәһен ойошторҙо. Мәғариф ветераны Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы бар ғүмерен белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған: Байым ауылында башҡорт-рус телдәре уҡытыусыһы булып эшләгән, “Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған. Таңһылыу Вәлиеваның ижады үҙенсәлекле, халыҡсан, фәлсәфәүи. Әҫәрҙәре “Бәйләнештә” селтәрендәге “Үҙ юлым бар” исемле төркөмдә донъя күрә килә. Шиғырҙарына композиторҙар Вилүр Мәүлитов, Насип Һаҡмаров, Йәлил Һөйөндөков, Рәмил Туйсин, Илдар Абдуллиндар көй ижад иткән. Кисәлә ошо йырҙар, шағирәнең шиғырҙары яңғыраны.

Share with your friends

Link:

Embed:

Video Size:

Custom size:

x

Add to Playlist:

Favorites
My Playlist
Watch Later