«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан 552 миллион һум аҡса бүленәсәк. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников билдәләүенсә, заявканың конкурста еңеүе - республика командаһының дөрөҫ йүнәлештәге эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров федераль ведомство етәксеһе менән бергә «Торатау» геопаркында булып, республикала туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен барланы.
Hide player controls
Hide resume playing