Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауылында уҡытыусы ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Сибай медицина училищеһын тамамлаған ҡыҙҙы яҙмыш Силәбе яҡтарына, Ҡыҙыл районы Ҡыҙыл ауылына юллай. 1986 йылдан алып тик бер урында – Ҡыҙыл районы үҙәге дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Силәбе ижадсылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы. ӘСӘ ҺҮҘЕ Үҙ-үҙеңдән ҡасып булмай, балам, Ауырлыҡтар баҫыр аямай. Ир намыҫын һаҡла сүп хәбәрҙән Ялағайға өлөш ашатмай. Тура һүҙең асһын дөрөҫлөктө, Оло һүҙен тыңлау ул хөрмәт. Ҡәҙер итсе дуҫың тоғро булһа, Дуҫ ҡәҙере була бик ҡиммәт. Балаҡайым, булыр ғәрәсәте, Һүҙ сығара күрмә өйөңдән. Бер ауырҙың булыр бер еңеле, Тормош бит ул тормай төйөндән. Хәләлеңдең күңел көҙгөһөнә, Йыш-йыш ҡара, яҡтырт йылмайып. Донъя йөгөн парлап тартһаң еңел, Көйләй белһәң, барыр йырланып.
Hide player controls
Hide resume playing