БЕҘҘЕҢ ҒАИЛӘГӘ ТАҒЫ БЕР ЕЙӘНСӘР ӨҪТӘЛДЕ 😊 ЛИЛИӘ ҠЫҘЫМ ҺӘМ ИЛНАР КЕЙӘҮЕМДЕҢ ЗӘЙНӘБ ИСЕМЛЕ ҠЫҘҘАРЫ ТЫУҘЫ. Барыбыҙҙан да иң ныҡ шатланғаны Ҡасим ейәнем булды. Бәпес тыуған көндө көтөп алды ул. Әллә күпме уйҙар, хыялдар менән йәшәне. -Мин ағай булдым! - тип башы күккә тейеп йөрөй хәҙер ейәнемдең. - Өләсә-ә-й, бәпес йоҡлағанда шым ғына йөрөргә кәрәк, белеп ҡуй! Шуға мин ҡысҡырып уйнамайым. Улай Зәйнәбтең ҡото осоп илаҡ була. Ағайым ҡалай тәртипһеҙ икән тип мине яратмай ҡуйыр. Ипләп кенә һөйләйем һиңә, ул йоҡлап ята, -ти телефондан. Хәбәре лә күбәйҙе ейәнемдең. - Ағай булғас әсәйгә ярҙам итәм. Зәйнәбте һыуға индергәндә, аҙлап ҡына һыу ҡойоп торҙом әле. Әсәй өйрәткәйне тиҙ генә өйрәндем. Әсәй арыманым, ти. Бәпестәрҙең һабыны, шампуны бар, шуны менән генә йыуындырабыҙ. Зәйнәбте шулай яҡшылап ҡараһаҡ үҫә. Йәйгеһен һиңә алып барырға тиҙ эшкенеп китер. Йә бер һеңлеһен фотоға төшөрөп һала. Әсәйгә әйтмә, әле кешегә күрһәтергә ярмай, ти. Башҡа кешегә ла һалма, йәме. Үҙең генә ҡара. Зәйнәбте Нәсимә өләсәйгә оҡшаған, тиҙәр атай менә әсәй. Сәстәре ҡап-ҡара. Өләсә-ә-әй, күрҙеңме, һеңлем миңә нығыраҡ оҡшаған. Бите минеке кеүек ҡара. - Эйе, һиңә оҡшаған шу-у-л, ҡаштары ҡуйы, керпектәре ҡуйы, оҙон. - Ирендәре минеке кеүек, туп һымаҡ тупайып ҡына тора, иве-е-ет,өләсә-ә-әй? Шулай Ҡасим ейәнем әсәһе бәпес алып ҡайтҡас ҙурайып китте. Бәпесте ҡаршы алырға Бөрйәндән ҡоҙағыйым килә һалып етте. Ҡоҙағый: - һин Ҡасим тыуғанда, дауахананан сыҡҡанда ҡаршы алғайның, был юлы ейәнсәремде мин ҡаршы алдым, - тип ҡыуанып тора. Ләйсән ҡыҙым, Мирас ейәнем, Мәҙинә ейәнсәрем бик шатланғандар. “Беҙ күбәйҙек, тағы ла күңеллерәк була инде уйнағанда! “- тиҙәр бала-сағалар. Зәйнәбебеҙ яңы өйҙөң ҡото булып ҡайтты. Балалар күптән түгел генә өй һатып алып ингәндәр ине. Бәпес һау-сәләмәт, тәүфиҡле бала булып үҫһен. Ата-әсәле булып, уларҙың таянысы, ярҙамсыһы булып, бәхеттәре менән генә ҡыуандырып торһон Зәйнәб ейәнсәребеҙ!
Hide player controls
Hide resume playing