Дебильныйҙар таҡмағы. Урам тулы пылакаттар, пылакат үтә матур. Беҙҙең зарҙы белдениһәң, йомро башыңда ҡатыр. Ҡыйыш-мыйыш башты ҡүреп, ҡотоғоҙ алынмаһын. Баш төҙәтә торғас атай, боҙған баштың формаһын. Үҙебеҙҙең баш һаҡында сығарҙыҡ әле таҡмаҡ. Беҙҙең баштар йомро түгел, йә оҙонса йә шаҡмаҡ. Беҙ бит һеҙҙең йемешеғеҙ, беҙ замана «тауары». Беҙҙе яһап алған илдең күтәрелде баҙары. Йә, әйтеғеҙ, бындай баштар ҡайһы илдә тағы бар? Беҙҙең башты күреп хатта аптырайҙар япондар. Үҙебеҙҙең баш һаҡында сығарҙыҡ әле таҡмаҡ. Беҙҙең баштар йомро түгел, йә оҙонса йә шаҡмаҡ. Күрғәҙмәгә әгәр ҡуйһаң, «Made in» -тиеп яҙып, бизнесмендар, «һә» тигәнсә бөтөрҙәр беҙҙе алып. Был таҡмаҡты тыңлап көлмә, ҡуйма ысынға алып. Ни тиһәктә беҙгә бата, беҙ бит бер төрлө халык. Үҙебеҙҙең баш һаҡында сығарҙыҡ әле таҡмаҡ. Беҙҙең баштар йомро түгел, йә оҙонса йә шаҡмаҡ.
Hide player controls
Hide resume playing