Рәмзиә апай! Тик матур хәтирәләр генә ҡалдырып киттең. Ауылдаштарыңда ла, балаларыңда ла. Бигерәк тә ҙурҙарында. Өс үгәй балала. Үҙ әсәйҙәре егерме алты йәшендә генә гүр эйәһе булғас, береһенән-береһе бәләкәй өс балаға әсәй булып килгәнһең бит һин. Бала яратыуың көслө булдымы, йәлләнеңме, әллә ошо балаларҙың атаһына булған хистәрең көслө булдымы – нисек кенә булмаһын, бар таныш-тоноштарыңды, ауылдаштарыңды һоҡландырып, иҫ китмәле әсәй булдың ул балаларға. Унан тағы дүрт бала. Ете баланың ҡайһыныһы үгәй, ҡайһыныһы үҙеңдеке икәнлеген үҙең дә айырмағанһыңдыр. Ҙур йөрәкле әсәй, өләсәй булғанлығың йөҙөңә сыҡҡан. Өлкәндәренең үҙ балалары булғас, һинең уларға үгәй өләсәй икәнлегеңде белеп, хайран ҡалғандар. Бына шундай ғаилә йәшәне Ибрайҙа. Ғимаҙислам менән Рәмзиә Мырҙабаевтар фани донъянан киткәс тә, улар йәшәгән йорттан йылылыҡ бөркөлөп торған кеүек. Йөҙөнән нур һирпелеп торған Әсәйҙең “Бәпкә ашы” тигән ҡыҫҡа метражлы фильмда мәңгеләштерелеүе осраҡлы түгелдер. Мәрйәм Бураҡаева.
Hide player controls
Hide resume playing