«ӨЛКӘР» төркөмө 1993 йылда Учалы сәнғәт училищеһының башҡорт фольклоры бүлегендә белем алған дүрт ҡыҙ, төркөм төҙөп, йырлай башлағас, үҙҙәренә ошо йондоҙло исемде ала. Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы ҡыҙы Ләйсән ХӨСНИЯРОВА (бас-гитара, вокал), Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Гөлдәр ЙОМАҒОЛОВА (соло-гитара, вокал), Учалы районының Көсөк ауылынан Гөлнара МӘҺӘҘИЕВА (клавиша, вокал) һәм Әбйәлил районының Ҡалмаҡ ауылынан Альбина БАЙРАМҒӘЛИНА (вокал), йәшлек дәрте менән һуғарылып, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Hide player controls
Hide resume playing