Гүзәл Өфөм – Баш ҡалам Тау башында балҡый бер ҡала, Ул ҡала Өфө тип атала. Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары, Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары. Алмалары бешә балланып, Ағиҙел аға борғаланып. Уға ҡушыла йәмле Диме, Ах Өфөм, мин яратам һине! Хуш еҫ бөрккән айлы кистәре Тирбәлдерә йөрәк хистәрен. Баҡсаһында иркен тын алам, Ах Өфөм, минең гүзәл ҡалам! Урамдары көҙгөләй асфальт, Эшсән халҡы күңелле һәм шат. Күргән һайын һине шатланам, Ах Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам! Һиндә үҫтем, эстем һыуҙарың, Тыңланым йыр, ҡурай моңдарың. Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам, Ах Өфөм, гүзәл Өфөм, баш ҡалам!
Hide player controls
Hide resume playing