Үткән аҙна мөғжизәле ваҡиғаларға бай булды. Яңы йыл кәйефен биреп, ҡалабыҙҙың Көньяҡ биҫтәһендә Төп шыршы асылды. Сара сағыу байрам концерты һәм уйын-көлкө менән һуғарылып барҙы. Шулай уҡ Торатау итәгендә лә Ҡыш бабай тирмәһе барлыҡ ҡунаҡтарға үҙ ишектәрен асты. Байрамға Ишембайҙан ғына түгел, республиканың башҡа ҡала һәм райондарынан кешеләр күп килде.
Hide player controls
Hide resume playing