“Атаһына ҡарап уҡ юнған, әсәһенә ҡарап тун бескән”, тигәндәй, Ярат ауылы балалары ла ата-әсәйҙәре өлгөһөндә үҫә. Улар ҙа махсус хәрби операция һалдаттарына тәғәйенләнгән маскировка сеткаларын эшләүгә ярҙам итәләр. Ошондай илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү мөхитен булдырған мәктәп коллективына һәм Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаеваға рәхмәт.
Hide player controls
Hide resume playing