Бейеклеге өс-дүрт метрҙан юғары аша. Сосновский балтырғаны тип исемләнгән бындай төр үлән бигерәк тә республиканың төньяҡ төбәктәрендә осрай. Һуңғы йылдарҙа Өфө районы ауылдарында ла йыш тап итергә мөмкин. Зыян күреүселәр ҙә юҡ түгел. Сосновский балтырғаны уҙған быуаттың 40-сы йылдарында ауыл хужалығы культураһы булараҡ индерелә. Ваҡытында ул һыйыр һөтөн арттырыр өсөн махсус сәселгән булған. Ләкин, ул үҙен аҡламаған. Һөҙөмтәлә был төр үләнде бөтөнләй сәсмәү ҡарар ителә. 2015 йылда ауыл хужалығы культураһынан рәсми рәүештә ҡый үләне исемлегенә индерелә. Өфөнөң Миловка ауылында балтырған үҫеүе ғәҙәти күренеш. Урындағы халыҡ уның таралыуына ҡасандыр ауыл хужалығы институты базаһы урынлашыуы бәйле булыуын билдәләй. Балтырғанға ҡаршы көрәш алып барыла барыуын, тик уны тулыһынса юҡ итеү мөмкин түгел. Әлеге үләнде лә яңыраҡ сабылған тимәҫһең. Валерий Ниғмәтуллин, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы баш агрономы: “Сосновский балтырғаны кеше өсөн ныҡ хәүефле Ул хатта, һәләк итеү көсөнә лә эйә.
Hide player controls
Hide resume playing