Йәшерәм яулыҡ. Башҡорт милли балалар уйыны. Был уйынды төрлөсә уйнайҙар. Беренсе төрөндә балалар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар. Бер бала яулыҡ ала ла йөҙҙәре менән түңәрәк эсенә ҡарап ултырған иптәштәрен тирәләп көйләп йөрөй. Йәшерәм яулыҡ, йәшерәм яулыҡ Йәшел ҡайын аҫтына. һиҙҙермәйсә һалып китәм бер иптәшем артына. шул арала яулыҡты берәйһенең артына һиҙҙермәйсә һалып китә. Йыр бөтөп, яулыҡ һалыусы туҡтағас, барыһы ла үҙ тирәләрен ҡарай. Яулыҡ кем янына һалып ҡалдырылған - шул кеше яулык һалыусы булып ҡала, ә тегеһе уның урынына ултыра, уйын шул рәүешле дауам итә. Икенсе төрөндә, ултырған бала яулыҡты күргәс ала ла түңәрәктең бер яғына, ә яулыҡ һалыусы икенсе яҡҡа йүгерәләр. Беренсе булып килеүсе буш урынға килеп ултыра, ә өлгөрәлмәгән бала яулыҡ һалыусы була. Уйын шул рәүешле дауам итә. Әбәк-көбәк . Башҡорт милли балалар уйыны. Уйнаусылар араһынан көтөүсе һайлана. Балалар бер-бер артлы теҙелешеп тора. Көтөүсе алда торған баланың усына һуғып: Әбәк-көбәк, алтын табаҡ, Етә алһаң, көмөш ҡалаҡ, Етә а
Hide player controls
Hide resume playing