Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! 60 йәш ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына, тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүеңде теләйбеҙ. Кешелекле бит һин, изге йәнле, Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға. Һинән гәзиз кеше бармы икән. Беҙ бәхетле тик һин булғанға. Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар Килһен һиңә ҡояш, нур булып. Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын, Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Hide player controls
Hide resume playing