Байрамда 300 мең самаһы кеше ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың башҡорт тирмәләрендә булып, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеп, халыҡ кәсептәренең ҡул эштәре менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Сара сиктәрендә шулай уҡ төрлө спорт ярыштары ла уҙасаҡ. Әлегә көндә Мәскәүҙә йәшәүсе бер төркөм башҡорт йәштәре кәмәләрҙә ярышырға әҙерләнә. Бер, ике, өс - беҙҙең ҡулда көс. Илдең баш ҡалаһында йәшәүсе бер төркөм йәштәр аҙна һайын күнекмәләр үткәрә. Уларҙы ишеү серҙәренә профессиональ спортсылар өйрәтә. Әлеге ваҡытта һәүәҫкәр ишкәкселәр Мәскәүҙәге һабантуйға әҙерләнә. Улар быйыл да регата буйынса ярыш та һынатмаҫҡа нитәләй. Ир-егеттәр менән бергә быйылғы ярышта тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла ҡатнаша. Аҙнаһына бер тапҡыр йәштәр Мәскәүҙең билдәле ишеү каналына йыйыла. Әлбиттә, йөҙөү өсөн кәмәләрҙе ҡуртымға алырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәй. Әлегә мәлгә ярышта тиҫтәгә яҡын команда ҡатнашырға теләк белдергән. Әммә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүсе экипаждарҙың тағы ла артыуы ихтимал. Сө
Hide player controls
Hide resume playing