20 йыл элек нигеҙ һалынған балалар баҡсаһы, хәҙер инде заман талаптарына яуап бирмәй. Көтөп алынған төҙөлөш эштәре «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» программаһы сиктәрендә башҡарыла. Мәктәпкәсә учреждение 95 урынға иҫәпләнгән. Оҙаҡламай яңы балалар баҡсаһы үҙ ишеген асып, сабыйҙарҙы ҡаршы аласаҡ. Шулай уҡ, Йомаш ауылы биләмәһендә йәш ғаиләләргә йорттар һалына, юлдар ремонтлана, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
Hide player controls
Hide resume playing