Myvideo

Guest

Login

ыыбы лфине м ейнем Айары тыуан кндре менн ихлас келдн отлайбы!

Uploaded By: Myvideo
1 view
0
0 votes
0

Ҡайһы берәүҙәр 13 сө һанды яратмайҙар, ә беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн был көн ике шатлыҡ бүләк итте. Кесе ҡыҙыбыҙ Әлфиә 1983 йылдың 13 ғинуарында тыуҙы. Икенсе тапҡыр әсә булыу бәхете татыған был көнгә инде 41 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Әлфиәбеҙ бәләкәйҙән шундай тыныс ҡына бала булды ул. Беҙ эштә ваҡытта өй эштәрен апаһы Зөлфиә менән бергә эшләп ҡуя торған инеләр, мәктәптә лә яҡшы билдәләренә генә уҡыны.Ауылдағы мәктәпте уҡып бөткәс , Наумовкалағы Стәрлетамаҡ бухгалтерҙәр техникумын тамамланы, унан һуң ситтән тороп белемен камилләштереп юғары белем алды.Үҙебеҙҙең Ғафури районының Аҡташ ауылы егете Илдар кейәүебеҙ менән ғаилә ҡороп Красноусол ауылында үҙҙәренең өйөн төҙөп сыҡтылар. Әлфиә сәскәләрҙе бик ярата, уның тәҙрә төптәрендә йыл әйләнәһенә, ә ихатаһында яҙҙан көҙгә тиклем аллы –гөллө күҙҙең яуын алған сәскәләр үҫә. Ҡыҙыбыҙ ҙа , кейәүебеҙ ҙә донъя көтөргә тырыштар. Әлфиә ҡыҙыбыҙ атай-әсәй ҡәҙерен белеүсе ҡыҙ, кейәүебеҙгә һөйөклө ҡатыны, өс балаһына донъялағы иң яҡшы әсәй, апаһының берҙәнбер сер уртаҡлашыр һеңлеһе, ҡәйнәһенә , ҡоҙа –ҡоҙасаларыбыҙға ярай белә торған яратҡан килен һәм еңгәләре. Әлфиә ҡыҙыбыҙ эшендә лә тырыш, хеҙмәттәштәре менән дуҫ, ул үҙе һайлаған һөнәре буйынса Красноусол шифаханаһында эшләй. Ул беҙҙең ғаилә традициябыҙҙы дауам итеп бухгалтер һөнәрен һайланы. Минең әсәйем Тәнзилә лә, мин үҙем дә бухгалтерҙар булып эшләнек.Әлфиә ҡыҙыма эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Әлфиә ҡыҙым һәм Илдар кейәүемдең татыу ғаиләһендә Илнара, Линара исемле ике ҡыҙ, Айҙар исемле бер ул үҫә. Балалары үҙҙәренә оҡшап бар эште лә бәләкәйҙән белеп үҫәләр, ҡыҙҙары донъя көткәндә әсәһенә, улдары атаһына ярҙамсы. Ике ейәнсәрем Красноусолдағы башҡорт гимназияһында белем алдылар, туған телебеҙҙә һөйләшеп, йырлап , бейеп, тел ҡәҙерен белеп үҫәләр улар. Оло ҡыҙҙары Илнара ла, һеңлеһе Линара ла гимназияны алтын миҙалға тамамлап әлеге көндә уҡыуҙарын Өфөләге юғары уҡыу йорттарында дауам итәләр. Әлеге көндә ейәнем Айҙар гимназияла тырышып белем ала.Һүҙем хәҙер тап ейәнем Айҙарға күсеп китә лә инде. .Беҙҙең ғаиләгә бер шатлыҡ өҫтөнә икенсеһен дә өҫтәп Әлфиә ҡыҙыбыҙ Айҙар ейәнебеҙҙе үҙенең тыуған көнөндә тап 13 ғинуарҙа бүләк итте! Быйыл 13 ғинуарҙа ейәнебеҙ Айҙарға ла 13 йәш тула. Минең ижадым да Айҙар ейәнемә бәйле.Ул 10 ай тигәндә тәпәй баҫып китеп Әсәйҙәр көнөндә беҙгә килеп ауа –түнә атлап күрһәтеп киткәйне , шул көндө шатлыҡтан минең бер түгел ике шиғырым тыуҙы! Минең ижадыма ла 13 йыл тулды быйыл. Беҙҙең өсөн ейән-ейәнсәрҙәр бергә йыйылған ваҡыт –иң күңелле мәлдәр! Беҙ улар менән үҙебеҙ ҙә балаға әйләнеп китәбеҙ.Ҡыҙҙарыбыҙға һәм кейәүҙәребеҙгә беҙгә ете ейән –ейәнсәр бүләк иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ! Ҡыҙыбыҙ Әлфиәне һәм ейәнем Айҙарҙы тыуған көндәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, шатлыҡ , бәхет, эштәрендә һәм уҡыуҙарында уңыштар, бөтмәҫ ҡыуаныстар теләйбеҙ! Быйылғы Яңы йыл һеҙгә төклө аяҡтары менән килһен, һәр теләгегеҙ тормошҡа ашһын! Беҙ һеҙҙең барығыҙҙы ла яратабыҙ! Ҡотло булһын тыуған көндәрегеҙ! Әллә үҙем Ҡыш ҡыҙы булғанға Ҡыҙҙарым да ҡышта яралған, Ап-аҡ ҡыштың аҡлыҡ, сафлыҡтары Бар булмышығыҙға таралған. Ҡотло булһын тыуған көндәрегеҙ, Һаулыҡ, бәхет булһын гел янда, Иң изге теләктәрҙе теләйбеҙ Һеҙҙең тыуған көндә табында. Ихлас ҡотлау теләктәре менән әсәһе Фәүзиә, атаһы Әнүәр , Әлфиәнең тормош иптәше Илдар, ҡыҙҙары Илнара, Линара, улдары Айҙар, апаһы Зөлфиә, еҙнәһе Рәмил, уларҙың балалары Айнур, Рөстәм, Ләйсән, Әлиә. Әлфиә ҡыҙыбыҙ һәм Айҙар ейәнебеҙҙең тыуған көндәрен ҡотлап яратҡан йырсыбыҙ Айҙар Ғәлимов башҡарыуында *Аҡ хыялдар* йырын һайланыҡ.Был йырҙы Әлфиә ҡыҙым үҙе лә бик ярата.

Share with your friends

Link:

Embed:

Video Size:

Custom size:

x

Add to Playlist:

Favorites
My Playlist
Watch Later