Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауылдарҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил. Бөгөн беҙ буҙа ҡойоу серҙәрен уртаҡлашыу өсөн Сәйҙә ҽңгәйәИскужинағаәюлландыҡ.
Hide player controls
Hide resume playing