Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал; Ат уйнатып, алда бара Шайморатов генерал. Совет иле өсөн яуҙа Кисте һыуҙы, уттарҙы; Дошмандарға ябырылғанда Утлы дауыл ҡуптарҙы. Шайморатов яу ҡырында Дошмандарҙы көл иткән; Утта янмай, һыуҙа батмай, Һай, батыр ҙа ир икән. Совет халҡы Тыуған илдән Ҡыуҙы яуыз дошманды; Бер туғандай, үтәнеләр Изге Ватан ҡушҡанды. Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай Һинең улдарың, Урал; Шулар менән дошман ҡырҙы Шайморатов генерал. ________________________ Шли полки башкир в атаки, Провожал седой Урал. Впереди – на аргамаке Шаймуратов-генерал. Шаймуратов под собою Горячил в бою коня. На врага кидался в бою Вихрем грома и огня. Шаймуратов рубит, гонит, На Дону врагов громит. Ни в какой воде не тонет, И в огне он не горит. Храбрых конников по праву Старый вырастил Урал, Заслужил навеки славу Шаймуратов-генерал
Hide player controls
Hide resume playing