Myvideo

Guest

Login

Концерт й. Искнйровтар. Сирол мнит йорто

Uploaded By: Myvideo
683 views
0
0 votes
0

Теүәл 20 йыл элек фамилиялар концертын тап Искәнйәровтар башлағандағы “Ағас тамыры менән, кеше туғаны менән көслө“ девизына тоғро ҡалып, бөгөн дә тап Искәнйәровтар ауылдаштарҙы ошо осрашыуға, “Ғаилә йылы“н асыу тантанаһына йыйҙы. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, илһөйәрлек, телһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт ысын мәғәнәһендә байрам бүләге булды. Тамашасылар күңелле, моңло йырҙар, ҡурай моңдары, дәртле бейеүҙәр менән сығыш яһаусы Искәнйәровтарҙы көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Искәнйәровтар һәр ваҡыт үҙ көсө, үҙ хеҙмәте менән көн күргән. Беҙҙең арала яһилдар, ялҡауҙар юҡ. Һаман да шулай булһын, килер быуындарға ла ошоно тапшырасаҡбыҙ. Татыулыҡты, берҙәмлекте һәр беребеҙ быуындан - быуынға, нәҫелдән нәҫелгә күсерәсәкбеҙ. Сарала ҡатнашҡан ҡәҙерле туғандарыма оло рәхмәттәремде еткерәм. Айырыуса, Айнур менән Әлфиәгә, Розалинаға, Гөлмираға һәм Альбинаға ҙур рәхмәт! Тормошоғоҙҙа уңыштар, һаулыҡ теләйем, йәштәр, бәхетле булығыҙ! Ҡәҙерле туғандарым! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, һау булайыҡ!

Share with your friends

Link:

Embed:

Video Size:

Custom size:

x

Add to Playlist:

Favorites
My Playlist
Watch Later