Һөйләй Сәфиуллина Әлфинә ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠОЛҒАҺЫ Иҫке әйбергә һанап ташлағандар Әсәйемдең ағас ҡолғаһын. Белмәй уны йәштәр, заманында Һәр бер өйгә кәрәк булғанын. Мамғының һеңгән сайыр еҫен Һаҡлап тотҡан ҡолға үҙендә. Күрәм унда: өй тулы балалар... Әсәйемдең йәп-йәш йөҙөн дә. Ҡарайғандар йәме ҡолғаһының, Мамыҡ иләп ағын-ҡараһын. Өҫ бөтәйтеп бала-сағаһының Оҙайтҡан да көн-төн араһын. Әсәй менән бергә ғүмер сигеп, Уртаҡлашҡан шатлыҡ - хәсрәтен: Ағарғанын маңлай сәстәренең, Түгелгәнен ҡайғы йәштәре. Әллә күпме мамыҡ иләй-иләй, Ялҡманы ла яҙып төйөрөн, Көйләй-көйләй һалды ыңғайына, Көйөктәрен баҫыр көй өсөн. Төйөрҙәре – ел-дауыллы көнө, Булманы ла тормош еңелдән, Итәк тулы бала үҫтергәндә Күтәрҙе лә барын иңеңдә. Ебен һуҙып талды бармаҡтары, Телгәләнеп һыҙлап әсетте. Тик тормошҡа рәнйеп әсенмәне, Аҡ-ҡаралы ебен эш итте. Төн йоҡоһон алған эштәрендә Атыр таңға йәшәр дәрт тапты. Шуғалыр ҙа ғүмер юлдарында Кәртәләрҙе еңер рәт тапты. Саңдар йотоп ҡолға ятмаһын, тим, Ҡәҙер күрһен, түргә ҡуяйым. Үткән тормош – һабаҡ ейәнсәргә, Күңеленә ҡояш уяйым. Мамыҡ бәйләп ҡолға ултыртайым, Ептәр иләп төҫөн асайым. ....Һәм йылмайым көлөп өйөбөҙгә Ҡайтып инһен ғәзиз әсәйем. НӘСИМӘ ҒАЙСИНА
Hide player controls
Hide resume playing