Myvideo

Guest

Login

Айылыу Урагилдина, Байма районы Муллаай ауылы

Uploaded By: Myvideo
8,848 views
0
0 votes
0

Әсә монологы Биш балам бар минең, биш тарафта Донъя көтә, эшләп йөрөйҙәр. Сит яҡтарҙың данын үҫтерәләр, Шаулы ҡалаларҙа гөрләйҙәр. Тормош шулай бит ул, үҫкән һайын Йыраҡтарға күңел тартыла. Бәхет ҡолас йәйеп көтә кеүек Монарлы ла тауҙар артында. Нишләйһең бит, бер минеке түгел Тыуған яғын ташлап киткәндәр. Бер мин түгел тыуған ерҙәрендә Ҡайтыуҙарын һағынып көткәндәр. Тормош тигән диңгеҙ тулҡынында Бәрелә-һуғыла йөҙөп арығас Ҡайта улар ғәзиз ояһына, Йәндәренә һағыш һарылғас. Талған йәндәренә көс алырға Тыуған ерҙән, тыуған тупраҡтан, Доғаларым менән яҙмыштарын имләп Биш тарафҡа тағы оҙатам. Китәләр шул тағы, сит яҡтарҙа Ҡыҙыҡтыра микән табыш, мал? Яҡлаусыһыҙ ҡалған бер йән төҫлө Бойоғоп ҡына илай нескә тал. Эй, Хоҙайым, шундай көс бир миңә, Үлгәстен дә тере ҡалырға, Тыуған ерҙең тартыу көсө булып Балаларҙы шунда йыйырға.

Share with your friends

Link:

Embed:

Video Size:

Custom size:

x

Add to Playlist:

Favorites
My Playlist
Watch Later