Ярһып та киттем шикелле Әллә ниңә түҙмәнем. Яңылыш әйттем микән әллә Һиңә нахаҡ һүҙҙәрен. Һиҫкәнеп ҡуйҙы йөрәгем Ярһыма, әле, ярһыма. Юҡ бит һинең ҡаршыңда Ғәйептәрем тамсы ла. Нахаҡ һүҙ, нахаҡ һүҙ Шундай ауыр, йәнем түҙ. Әйтелмәһен әле бер ҙә Бигерәк яман нахаҡ һүҙ Һанай күрмә ғәйепле тип Әрнетмә күңелемде. Нисек итеп ҡабатлайым Ғәйепле түгеллегемде. Яңылыш әйттем буғай тейеп Уйланам көнө - төнө, Теләмәгән дә инем бит Үпкәләтергә һине Мы в соц.сетях:
Hide player controls
Hide resume playing