Һөйөү йыры Һине, бәғрем, һөйөүҙәрем Әйтеп бөткөһөҙ көслө. Яна йөрәк, яна йөрәк Усаҡта ялҡын төҫлө. Муйылдай ҡара күҙҙәрең Серле-сихри төн гүйә. Күңелкәйем шаша-ярһый, Ярата, һине һөйә. Бер ҡасан да һин онотма, Булайым мин уйҙарыңда. Он(о)та (а)лмам мин дә һине: Гел тоям яндарымда. Һине тойғанаға минең янда, Тормош моңло һәм йырлы. Йәшәүҙәре күңелле лә, Бәхетле, йәмле, нурлы. Нутфуллина Рәйлә
Hide player controls
Hide resume playing