Ауыл китапханалары араһындағы иң яҡшы күмәк сараға смотр-конкурсы сиктәрендә Мерәҫ ауылында ла проект сараһы уҙҙы. Мерәҫ ауылы китапханаһы икенсе йыл дауамында “Уҡытыусы - ҡанат ҡуйыусы“ исемле проектын бойомға ашыра. Конкурс сиктәрендәге сара ауыл мәҙәниәт йортонда, “ Хеҙмәттә үткән ғүмер“ тип аталды һәм мәғариф ветераны, ауылдашыбыҙ Асмандиярова Рафиға Рәфҡәт ҡыҙына арналды. 53 йыл иңгә - иң терәп, һәр ваҡыт терәк - таяныс булыусы тормош иптәше Әхәт Ибраһим улының ҡатнашыуы кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Ауыл хакимиәте башлығы Надербаев Шамил Сәғәҙи улы Ғаилә йылы менән ҡотлап Асмандияровтар ғаиләһенә иң изге теләктәрен еткерҙе. Артабан хөрмәтле уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн, хәҙер инде үҙҙәре өләсәй һәм ҡартәсәйҙәр, тәүге уҡыусылары, һүҙ алды. 95 йылғы сығарылыш уҡыусылары ла ситтә ҡалманылар. Рафиға Рәфҡәт ҡыҙының әле лә кәңәштәрен тотоуҙарын, матур ғүмер юлы үтеүсе класс етәкселәренә һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы икән?! Балаларының, ейән- ейәнсәрҙәренең, туғандарының сығышын тыңлау бик тулҡынландырғыс булды. Оҙаҡ йылдар Мерәҫ урта мәктәбендә бергә эшләүсе коллегалары матур хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Мәғариф ветерандары Кильдиярова Мәрйәм Ибраһим ҡыҙы йыр, Хамитова Бәҙерниса Миңлеғәле ҡыҙы бейеүен бүләк итте. МХО- ла ҡатнашыусы геройыбыҙ Шәриф Ямантаевтың сығышын күҙ йәштәре аша тыңланылар. Рафиға Рәфҡәт ҡыҙына тыуған яҡҡа, тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт әйтеп, барыбыҙға ла аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош теләне яугир. “Ағинәйҙәр“ ойошмаһы ағзалары аҡ теләктәрен еткереп, матур йыр бүләк иттеләр. Зәкиә Әхсән ҡыҙы үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ҡатын - ҡыҙҙар советы ҡыҙҙары ла өлгөлө ғаиләне ҡотлап, уларға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләнеләр. Шәхси эшҡыуар Хафизова Таңсулпан Миңлеәхмәт ҡыҙының, Бәхтигәрәй ауылынан килеүсе Надербаева Фәрзәнә Ғәрифулла ҡыҙының, ситтә йәшәү сәбәпле кисәгә килә алмаған уҡыусылары Хасанова Зарема һәм Рахматуллина Зәлиәнең оло рәхмәт һүҙҙәрен әсәйҙәре аша еткереүе кисәгә йәм өҫтәне. Сарала ҡатнашыусы ауылдаштарға, ҡарап ултырыусы тамашасыларға, Ямантаев Алтынсура Өлфәт улына, бейеүсе ҡыҙҙар Дауытбаева Розалина, Абушахмина Ғәлиә, Кинзябулатова Миленаға, Надербаев Фәнил Сәғәҙи улына, “ Етегән“фольклор ансамбленә, ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Айһылыу Мөхәмәт ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Hide player controls
Hide resume playing