Әйтсе, ниңә? Тик ни өсөн? Әйтсе, ни өсөн? Тәүге аҙым яһаманың һин? Ни өсөн һуң? Әйтсе, ни өсөн? Өндәшмәнең, һүҙең әйтмәнең? Бар ине бит һөйөү, бар ине, Ул әле лә тере-һиҙәм мин. Әйтмәһәң дә хатта бер генә һүҙеңде , Күҙҙәреңдән һаман күрәм мин. Айҙар артынан үтте айҙары, Ашыҡманыҡ аңлашырға тик. Бәлки кире ҡағыр тип уйлағанһыңдыр, Яң(ы)лышҡанһың, дуҫым, һин бик-бик. Мине һөйҙөң, һөйҙөң-мин күрҙем, Ҡамасаулыҡ итте-әйт, нимә? Яҙмышҡа беҙ еңел ҡараныҡ, Нишләнек һуң, әйтсе, әйт, ниңә? Тик ни өсөн? Әйтсе, ни өсөн? Өндәшмәнең, һүҙең әйтмәнең? Тик ни өсөн? Әйтсе, ни өсөн? Өндәшмәнең, һүҙең әйтмәнең? Нутфуллина Рәйлә
Hide player controls
Hide resume playing