#Башкирскиепесни Айҙар Ғәлимов «Моңдар ҡайтһын ауылға» Р.Хәкимов-Р.Сурағолов @saf_bashkort «Моңдар ҡайтһын ауылға» Ауыл кисе таҫмаларҙа Эй ағыла ят моңдар Ниндәй моңһыу әллә ниндәй Телһеҙ ҡалған гармундар Әйт ауылым, ҡайҙа һуң моң Моң ҡайҙа һуң әйт урам Аулаҡ өйле һәм гармунлы Йәшлегемде һағынам Йөрәктәргә осҡон һалып Гармунымда уйнайым Ауылыма моңдар биреп Урамдарҙы буйлыйым Әйт ауылым, ҡайҙа һуң моң Моң ҡайҙа һуң әйт урам Аулаҡ өйле һәм гармунлы Йәшлегемде һағынам Ауыл кисе, йәш йөрәктәр Гармун моңға һыуһаған Һөйөү булып моңдар ҡайтһын Ауылыма яңынан Әйт ауылым, ҡайҙа һуң моң Моң кайҙа һуң әйт урам Аулаҡ өйле һәм гармунлы Йәшлегемде һағынам
Hide player controls
Hide resume playing