#трезвое село #Зилимово #Курултай айык ауыл #Баймак ТВ Йылым ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында икенсе урын яуланы. Сәләмәт тормошто пропагандалаусы ярышҡа 464 ауыл заявка бирҙе, 15 ауыл финалға үтте. Беренсе урынға һәм 500 мең һум премияға Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы лайыҡ булды. Икенсе урында – Баймаҡ районынан Йылым ауылы, уларға 250 мең һум бирелде. Өсөнсөлә Асҡындан Ҡарткиҫәк ауылы. Уларға 150 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров киләһе йылда приз фондын арттырырға тәҡдим итте.
Hide player controls
Hide resume playing