Мәҙәниәт усағы асылды - күңелдәрҙә дәрт артты Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында яңыртылған ауыл мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы үтте. Рәсәй Федерацияһының “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Ишембай районы муниципаль район хаҡимиәте ярҙамы менән Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йортонда бихисап эштәр башҡарылды.
Hide player controls
Hide resume playing