“Һинән башҡа - ерҙе, һинән айырып һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы? Һин юҡ икән - ерҙең йәм-күрке юҡ; һин туплаған дым бөттөмө - йылғалар ҡорой; һин шифалы һутыңды сәсмәнеңме - тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине. Эйе, һин әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткәнһең. Ер йөҙөндә тереклек башланғандан бирле кешеләр һинән ни саҡлы изгелек күрҙе икән? Иҫәпләп бөткөһөҙҙөр. Ләкин бына улар бөгөн ошо хаҡта ныҡлап уйлап ҡарайҙармы?“ (Ноғман Мусин “Мәңгелек урман“)
Hide player controls
Hide resume playing