Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезына Ватаныбыҙ ауыр һынауҙар аша үткән, асылда, тарих ағышы үҙгәргән мәлдә йыйылдыҡ. Шул уҡ ваҡытта был уйланыр, тәжрибә туплар, көслөрәк булыр һәм бар булмышыбыҙҙы тыуған еребеҙҙе, берҙәмлегебеҙҙе нығытыуға йүнәлтер өсөн иң уңайлы ваҡыт. Беҙ барлыҡ ил халҡы менән бергә Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин эргәһендә тупландыҡ. Беҙҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү, Башҡортостаныбыҙҙы үҫтереү, халҡыбыҙҙы һаҡлау, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихи хәтерҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолалаларҙы, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалау теләге берләштерә. Башҡорт халҡы бөгөн тәрән аҡылға таянып эш итеүен тағы ла бер иҫбатланы. Ҡоролтай мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙә, артабанғы үҫеш йүнәлештәрен барлауҙа ифрат мөһим йыйын булды. Алда беҙҙе яңы бурыстар, юғарыраҡ маҡсаттар көтә. Шестой Съезд Всемирного курултая башкир, который мы проводим в эти дни, – очень представительный. К нам приехали участники из многих регионов ... Источник: Радий Хабиров
Hide player controls
Hide resume playing