Ш.Бабич “Донъяға“ Әй донъя, шашма, Юҡты алдашма: һинең хәлеңә Мин бит бик әшнә. Беләм: һин ялған, Белеп, алданмам! Алдама мине, Яҙың күрһәтеп, Аулама мине, Ҡыҙың күрһәтеп: Яҙың киң түгел, Ҡыҙың тиң түгел. һалҡын аҡылың Үҙеңә булһын, Теймә күңелемә, Үҙемдә торһон: Күңелем ялҡын, Ғүмерем алтын. Үҙ маяғымды Үҙемсә ҡаҙап, Үҙ һабағымды Үҙемсә аңлап, Юлдар яһармын, Шулай йәшәрмен. Күктә осормон, Йондоҙ үбермен, Диңгеҙ кисермен, Теләһәм нишләрмен: Мин ирек ханы, Ханы, солтаны. Мин үҙем әҙәп, Үҙем нәзәкәт! Донъя үҙемә Итһен итәғәт! Иманым — үҙем! Ҡөрьәндер - һүҙем!
Hide player controls
Hide resume playing