Myvideo

Guest

Login

Глшат илзетдин Таы айтмай алдым, сй!

Uploaded By: Myvideo
596 views
0
0 votes
0

Гөлшат Ғиләзетдин Күгәрсен районы Ялсы ауылында тыуып үҫкән. “2009 йылда Салауат педагогия колледжын тамамлап тыуған мәктәбемә сит телдәр уҡытысыһы булып ҡайттым. 2012 йылдан хеҙмәт юлын Сорғот ҡалаһына дауам итәм. 2015 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, бөгөнгө көндә Сорғот дәүләт педагогия университетында белем алам”, – тип хәбәр итә автор үҙе хаҡында. Тағы ҡайтмай ҡалдым, әсәй! Тағын ǝсǝй, тағын ҡайтмай ҡалдым, Йылы йǝйҙең алhыу таңында. Йǝй ҡояшын тағын алмаштырҙым, Себерҙең алдаҡсы йǝйенǝ. Ағиҙелде, ǝсǝй күргǝнем юҡ, Ни хǝлдǝ ул? Шул уҡ матурмы? Һǝнǝк күтǝреп бесǝн ɵйгǝнем юҡ, Дɵрɵҫɵн ǝйт, ǝсǝй ауырмы? Ə, баландар, ǝсǝй баҡсалағы Ҡыҙыл булып быйыл да бештеме? Юҡ? Ни эшлǝп? Мин ҡайтмағас? Улары ла ҡороп тɵштɵме? Ишек алды, ǝсǝй ишек алды? Бǝпкǝ үлǝне тулып үҫтеме? Рима инǝйемдең баҡсаһында, Алмалары ҡыҙарып бештеме? Туҡта ǝсǝй, туҡта һɵйлǝ ǝле, Күл буйына ҡаҙҙар тɵштɵмө? Ҡаңғылдашып улар кискǝ тиклем, Һыу ɵҫтɵнǝн талғын йɵҙҙɵмө? Күрше Рǝзифтең ҡыҙы бар тей (и)не

Share with your friends

Link:

Embed:

Video Size:

Custom size:

x

Add to Playlist:

Favorites
My Playlist
Watch Later