Һинең йырҙарыңа ауаз булды, Алһыу таңда һары һандуғас. Нишләрмен һуң әсе һалҡындарҙа Өҙөлөп һайрамаһа һандуғас. Ниңә икән уның йырҙарының Һалҡынлығын бәреп боҙ ята Күркәмлеген һиҙеп һөйөүемдең, Донъялыҡта ҡауыштырмаҫ өсөн моң аға... Йырҙарыма ауаз һандуғасым Ташлап китһә нишләрмен?! Мәңгелеккә юғалған был йәйҙең, Һандуғасын ҡайҙан эҙләрмен?! Зөлфиә Фәйрушина
Hide player controls
Hide resume playing