Иртә менән торамын, Хоҙайға ҡул һонамын, Иң яҡындарым өсөн Именлектәр һораймын. Рәхмәт һиңә, эй, Аллам, Булғанға янда балам, Ҡаршылыҡ-елдәр ярып Тик алға, алға барам! Бөгөнөм үтһен имен, Иртәгәм килһен еңел, Балалар шатлығынан Йырлаһын һәр саҡ күңел. Йөрәктә булһын иман, Гөл-сәскә атһын донъям. Һәр бер көнөм нурланһын Шиғырҙан һәм дә йырҙан! .
Hide player controls
Hide resume playing