Myvideo

Guest

Login

Видео от Радика Мусина

Uploaded By: Myvideo
1,245 views
0
0 votes
0

ЙОНДОҘЛО ЮЛ Илшат Хәлилов көйө Фәрит Богданов һүҙҙәре Зәңгәр күктә йондоҙҙар күп, Хайран, һайларға микән? Минең дә йондоҙом барҙыр Тик ул ҡайҙарҙа икән? Юлдарым йыраҡ булһа ла, Алыҫ ҡайта йондоҙом. Зөһрә йондоҙға тиңләнем Алһыу йөҙлө ер ҡыҙын. Алһыу йөҙлө, зифа буйлы, Төн сере күҙҙәреңдә. Аҡҡоштар булып йөҙәһең Хыялым күлдәрендә. Юлдарым йыраҡ булһа ла, Алыҫ ҡайта йондоҙом. Зөһрә йондоҙға тиңләнем Алһыу йөҙлө ер ҡыҙын. Күктәрҙән таба алманым, Ул йондоҙ – һин түгелме? Инде күктәргә ҡарамам Ерҙә таптым үҙемде. Юлдарым йыраҡ булһа ла, Алыҫ ҡайта йондоҙом. Зөһрә йондоҙға тиңләнем Алһыу йөҙлө ер ҡыҙын.

Share with your friends

Link:

Embed:

Video Size:

Custom size:

x

Add to Playlist:

Favorites
My Playlist
Watch Later