Myvideo

Guest

Login

М.Крим Глдр ми аумы тир (видео, 2024)

Uploaded By: Myvideo
370 views
0
0 votes
0

Гөлдәр миңә “Һаумы, һаумы!“- тиҙәр, (Мостай Кәрим) Ауылымдың туғайҙары аша Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен, Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм Һәм эйелеп өҙәм еләген. Гөлдәр миңә “Һаумы, һаумы!“- тиҙәр, Талғын елдәр иҫкән сағында, Баш эйәләр. Бер мин генә түгел, Улар ҙа, ахры, мине һағынған. Айырылыуҙың оҙаҡ йылдарында Ниндәй яландарҙа йөрөмәнем, Ләкин, гөлдәр, һеҙҙең шикеллеләй Хуш еҫ бөркөгәнде күрмәнем. Хәтерләйем ошо туғайҙарҙа Бик, бик күптән гөлдәр үҫкәнен; Ғашиҡ булдым егет йылдарымда, Тик гөлдәрҙе үрелеп өҙмәнем.

Share with your friends

Link:

Embed:

Video Size:

Custom size:

x

Add to Playlist:

Favorites
My Playlist
Watch Later