Ишембай районында ла Белем көнө гөрләп үтте. Быйыл парта артына 10 меңдән ашыу уҡыусы ултырҙы, шуларҙың 800 –е- беренсе класс уҡыусылары. Ишембай районының Кинйәбулат урта мәктәбендә лә байрам кәйефе. Йәйге каникулда рәхәтләнеп ял иткән, көс йыйып, нығынып килгән 110 уҡыусы, уҡытыусылар, ата- әсәләр тантаналы сараға йыйылды.
Hide player controls
Hide resume playing